Бөгөн Рәсәй студенттары көнө билдәләнә. Йәштәрҙе байрамдары менән Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостанда 200 меңдән ашыу студент колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында белем ала. Студент йылдары - ижади эҙләнеү, алға ынтылыу, ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты. Һеҙҙең күптәрегеҙ фән менән мауыға, эре федераль проекттар һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Республика илдә йәш ғалимдарға ярҙам итеүҙә лидер булып тора. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусының тәүге сираты эш башланы. Дүрт вузыбыҙ «Өҫтөнлөк-2030» программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында алдынғы «Киләсәк моторҙары» инженер мәктәбе эшләй. Беҙ яңы йәштәр лабораториялары асыуҙы, инновацион инфраструктура объекттары булдырыуҙы, индустриаль партнерҙарҙы йәлеп итеүҙе дауам итәбеҙ. Һеҙгә уңышлы уҡыу, әүҙем ижади һәм профессиональ үҫеш теләйем. Алдығыҙға юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм ышаныслы рәүештә уларға ирешегеҙ!, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.




