Бөгөнгө студенттар нисек уҡый һәм ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Һорауға яуап киләһе яҙмала. Ниндәй ул бөгөнгө студенттар?
Әүҙем һәм маҡсатлы, өмөт һәм таяныс булған йәш быуын вәкилдәре. Ильяс Хәтмуллин шундай студенттарҙың береһе. Ул Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалының «Газ менән тәьмин итеү ҡорамалдарын һәм системаларын монтажлау һәм файҙаланыу» бүлегендә уҡый. Уның бар яҡтан да килгән студент булыуын Башҡортостан башлығы стипендияһын алыуы ла дәлилләй.
Баймаҡ егете Ильяс һәр көнөн файҙалы итеп үткәрергә, яңы маҡсаттарға ынтылырға тырыша. Сәнғәт менән дә дуҫ. Уҡыу менән эште бергә алып барған йәш хеҙмәт юлын «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлаған. Ер аҫты үткәргес торбаларын коррозиянан һаҡлау буйынса монтер булып эшләй.
Һөнәр һайлау - яуаплы эш. Ильяс әле һайлаған һөнәре буйынса тормоштоң беренсе һабаҡтарына, тәүге һөнәри белемдәренә төшөнә. Ысынлап та һәр студент өсөн тап ошо мәл үҙеңде эҙләү, табыу осоро ла шул. Тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән сту-дентты бөтәһе лә күрә һәм яҡшы яҡтан ғына баһалай.
Рүзилә Ғүмәрова



