Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт объекты биләмәһендә уҙҙы. Яугирҙарҙы Херсон өлкәһендәге хәрби бурыс үтәү урындарына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фронтҡа мобилизация буйынса саҡырылыусылар ике ярым йылдан ашыу махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй. Ошо арала 5-6-сы тапҡыр отпускыға ҡайтыусылар бар. Ҡыҫҡа ял ике аҙна тәшкил итә. Кире яуға уларҙы туғандары, яҡындары һәм дуҫтары оҙатты. Оҙатыусылар һалдаттарға посылкалар ҙа әҙерләгәйне.



