Өфө районы Йоматау халҡы йәмәғәт транспорты етмәүенә зарлана


Проблема ауылда ғына түгел, бөтә ауыл биләмәһендә күҙәтелә. Урындағыларға мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана кеүек социаль учреждениеларға ла барып етеүе ҡатмарлы. Халыҡ яуаплы ведомстволарға ла мөрәжәғәт итә, тик үҙгәреш юҡ. Урындағылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.

Ауылда автобустар етмәүе - йоматауҙарҙың күптәнге баш бәләһе. Мәсьәлә буйынса ниндәй генә ведомство тупһаһы тапалмаған. Ауылда автобустар бөтөнләй юҡ түгел, бар. Тик улар шәхси эшҡыуарҙыҡы, шуға, әйтәйек, «Алға» картаһы кеүек льготалар менән файҙаланып булмай. Бынан тыш, иҫке автобустарҙа ел үтә, ә түбәһенән һыу аға.


Үткән ялда ейәнсәрем менән ҡалаға барҙыҡ. Бер автобусҡа һуңланыҡ, икенсеһе өс сәғәттән генә килде. Интервал ныҡ ҙур. «Алға « картаһы эшләмәй, шуға беҙгә юл өсөн 110 һум түләргә тура килә.

Земфира Иҡсанова, Упты ауылында йәшәүсе

2022 йылда ауыл советында транспорт мәсьәләһе аҙ ғына булһа ла яҡшыра. Маршрутҡа яңы автобустар өҫтәлә. Тик бәхет оҙаҡ дауам итмәй, былтыр улар йөрөүҙән туҡтай. Халыҡ һәр саҡ шығырым тулы 114-се автобуста йөрөүен дауам итә.


Буш автобуста барыр өсөн, иң тәүге туҡталышҡа ирем машина менән килтереп ҡуя. Беҙҙекенә ул гел тулы килә. Минең аяҡтарым ауырта, автобуста баҫып барыуы ҡыйын. Йыш ҡына төркөмдәрҙә автобус ватылған тип тә яҙалар. Алмашына башҡаһы юҡ.

Светлана Приходько, Упты ауылында йәшәүсе

Мәсьәлә буйынса Пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу үҙәгенә мөрәжәғәт иттек. Ойошмананан белдереүҙәренсә, автобустар һаны кәмеүе яңыраҡ теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле.

Урындағы халыҡ белдереүенсә, ауылға 3 түгел, кәмендә 5 автобус йөрөргә тейеш. Проблема бер нисә тиҫтә йыл дауам итә. Йоматау ауыл биләмәһе халҡы бирешмәй, мәсьәлә тиҙ арала хәл ителер, тип өмөтләнә.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ