Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы. Сараны «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Ибраһим ауылы халҡы ойошторҙо. Балыҡ тотоу фестивале төрлө ауыл биләмәләрен генә түгел, күрше район ҡунаҡтарын да йәлеп итте. Гүзәл заттар араһында иң шәп балыҡсыны нисек асыҡлайҙар? БЮТ хәбәрсеһеӘлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Балыҡ ҡап, боҙ өҫтөндә ялтарп ят, тип һамаҡлау ғына етмәҫ. Ҡышын балыҡ ҡармаҡлауҙың үҙ үҙенсәлеге һәм нескәлектәре бар. Айгөл Ғарипова ярышҡа әҙерләнеп, бырау менән боҙҙа уйым яһарға өйрәнгән. Күнекмәне хәҙер башҡа ярышсылар менән бер рәттән оҫта башҡара.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш тәүгә үтә. Уны «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Ибраһим ауылы халҡы ойошторған. Бәйгене үткәреү майҙаны итеп ауыл эргәһендәге Ҡыҙылға күле һайланған, бында башлыса суртан, табан балығы бар. Балыҡ ҡармаҡлау һөҙөмтәле булһын өсөн һәр ҡатнашыусы төрлөсә әҙерләнгән.
Ярышта 23 гүзәл зат көс һынашты, биш номинация ҡаралған. «Иң ҙур табыш», «Иң эре балыҡ» һәм башҡа иң-иңдәре. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы дәртәлндереп торорға уларҙың тормош иптәшәре лә килгән. Ғәзизовтар ғаиләһендә ҡомарлы балыҡсы ғаилә башлығы түгел, ә Ғәлиә ханым.
Балыҡ ҡармаҡларға тотонор алдынан тир түгеп алырға ла кәрәк. Бырау менән боҙҙа уйымдар яһау еңел эш түгел. Тиҙлеккә мәке эшләп, уны ҡарҙан таҙартыу ярышында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә ҡатнашты. Боҙҙоң ҡалынлығы 35, урыны менән 40 сантиметрға тиклем еткән.
Балыҡ ҡармаҡлау менән бер рәттән яр буйында дәртле музыка яңғыраны. Үҙешмәкәр коллективтар, район мәҙәниәт һарайы артистары йыр-моң бүләк итте. Шулай уҡ ҡатнашыусылар ҡайнар сәй, утта бешерелгән уха менән һыйланды.
Әлфинә Килдейәрова



