“За Победу-Миәкә” волонтерҙар төркөмө шәхси посылкалар, тимер мейестәр, йылы ойоҡбаштар туплаған. “Яҡташтарыбыҙ яҙған хаттар күңелде күтәрә”, - ти Чикаго ҡушаматлы һалдат.
Миәкә ирекмәндәре медицина ротаһы өсөн дарыу һәм төрлө кәрәк- яраҡтар тапшырған. “Халыҡтың ярҙамы, беҙҙе даими хәстәрләүе беҙгә көс, дәрт өҫтәй”, - ти Луна ҡушаматлы медицина хеҙмәткәре.
“Гуманитар ярҙам туплауҙа олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнаша. Беҙ Еңеү өсөн берләштек”, - ти “За Победу-Миәкә” коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Луиза Әхмәтшина.




