Өфөлә Студент баскетболы ассоциацияһының йондоҙҙар матчы үтте


Көрәш һарайы ҡабул иткән уйынды ҡарарға Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров һәм олимпия чемпиондары килде. Ярыш «Көнсығыш» һәм «Көнбайыш» ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында уҙҙы.

Көсөргәнешле осрашыу «Көнсығыш» командаһының еңеүе менән тамамланды. Ир-егеттәр коллективтары араһында иҫәп 113:107, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 97:96 булды. Студент баскетболы ассоциацияһы 71 төбәктән 800-ҙән ашыу команданы берләштерә, йыл һайын 5 меңдән ашыу уйын үткәрелә. Ойошманың төп маҡсаты - мөмкин тиклем күберәк студенттарҙы даими спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Журналистар менән әңгәмә барышында Радий Хәбиров Көрәш һарайының 3 мең ярымдан ашыу баскетбол һөйөүселәрен йыйыуын билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ