Хөкүмәттең “Донецк, Луганск Халыҡ Республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Украина биләмәһендә уҙғарылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын тәьмин итеү тураһында” ҡарарына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Быға тиклем ошо категорияға ҡараған уҡыусылар, көнөнә бер тапҡыр бушлай иртәнге йәки төшкө аш алырға хоҡуғы булды.




