Рәсәйҙә әсәлек капиталы артасаҡ

Беренсе бала өсөн сертификат суммаһы 690 мең һум була. Икенсе бала тыуһа тағы 222 мең һум өҫтәлә. Был турала ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Рәсәйҙә Әсәлек капиталы программаһы 2007 йылдан ғәмәлдә. Уны 2030 йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала. Быйыл 1 февралдән илдә 40-тан ашыу социаль түләү һәм пособие 9 ярым процентҡа индексациялана.

Фото №1 - Рәсәйҙә әсәлек капиталы артасаҡ
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ