Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү дауам итә


Әлегә дөйөм инвестиция күләме 12 миллиард һумға баһаланған 200-ән ашыу проект эшкә алынған. Оператив кәңәшмә барышында «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен үҫтереү мөмкинлектәре лә билдәләнде. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында 24 резидент теркәлгән, производстволарға һалынасаҡ дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 62 миллиард һумға баһалана. Бынан тыш, төбәктә тағы ла бер ҡала «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемгә дәғүә итә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Металлургтары менән дан тотҡан Белоретҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелеүе ихтимал. Урындағы хакимиәттең ошоға бәйле мөрәжәғәте яҡын арала Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа ҡараласаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдимде хуплап, Рәсәй президенты Указы менән почетлы статусты Өфөнән һуң яңыраҡ ҡына Ишембай ҡалаһы ла алыуын билдәләп үтте.

Көнбайыш санкцияларына ҡарамаҫтан, республика иҡтисады ышаныслы үҫешә. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһен генә алғанда ла, 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса ул инвестиция ҡеүәте милли рейтингында бер баҫҡысҡа күтәрелеп, етенсе урын алды. Ә «Тотороҡло үҫеш» номинацияһында - беренсе урында.

Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының йәшәү сифаты рейтингында ла ышаныслы аҙымдар менән юғарыға күтәрелә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса республика 40-сы баҫҡыста булһа, 2022 йылда 25-се ине. Былтыр тәүгә иң яҡшы 20 төбәк иҫәбенә инде, хәҙер ТОП -10 исемлегендә.

Башҡортостанда 2020 йылдан алып юл буйы сервисын үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылды. Меңдән ашыу объект төҙөкләндерелде, ошо күләмдә яңылары барлыҡҡа килде. Инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек дауам итә.


Республиканан тыш, башҡа төбәктәрҙән килгән инвесторҙар менән дә эшләйбеҙ. Уларға ер участкаһын һайлау уңайлыраҡ булһын өсөн потенциаль майҙансыҡтар тураһында барлыҡ мәғлүмәт менән карта булдырылды. Бөгөн «ер банкы»нда 370-кә яҡын участка. Һәр ҡайһыһының инвестиция ҡеүәте юл хәрәкәтенең интенсивлығы, инженер инфраструктура үҫеше, эргәлә популяр туристик объекттар булыу-булмау менән баһалана.

Алексей Гусев, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы

Уҙған шәмбе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында йәш эшҡыуарҙар менән осрашҡайны. Күптәрҙе туризм һәм башҡа өлкәләрҙә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ер участкаларын алыу мәсьәләһе борсой. Барлыҡ мөрәжәғәттәр район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә хәл ителергә тейеш.

Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең 180 йыллығы билдәләнгән йылда Өфөлә география уҡытыусыларын йыйыу тәҡдим менән сыҡты. Педагогтарҙы эшмәкәрлектәге дөйөм бурыстарҙан тыш, баш ҡаланың туристик объекттары менән таныштырыу планлаштырыла.

Оператив кәңәшмә аҙағында Башҡорт дәүләт медицина университетын үҫтереү буйынса пландар барланды. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары менән юғары уҡыу йортона федераль кимәлдәге туберкулезға ҡаршы өс шифахананы ҡушыу ҡаралған. Шулай уҡ быйыл вуз клиникаһы ҡарамағында трансляциялы медицина институты төҙөлөшө башлана.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ