Дәүләт ҡарамағында булмаған ойошмалар ышаныслы партнерҙарға әйләнеп бара


Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Төбәктә социаль хеҙмәтләндерү өлкәһендә 10 ойошма эшләй, уларҙың бишәүһе - дәүләткә ҡараһа, ҡалғандары дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә булдырылған пансионаттар. Улар элекке социаль объекттар базаһында урынлашҡан. Инвесторҙар биналарҙы бушлай файҙаланыуға ала һәм үҙ иҫәбенә реконструкция уҙғара һәм йыһаздар тәьмин итә. Иң мөһиме, был принцип менән булдырылған объекттар республика милегенә ҡарай. Башҡортостан илдә концессия нигеҙендә ошондай учреждение барлыҡҡа килгән тәүге төбәк булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ