Үҙгәреш атамаға ғына түгел, уларҙың тышҡы йөҙөнә һәм, әлбиттә, граждандар менән эште камиллаштырыуға ҡағыла. Республикала мәшғүллек үҙәктәрен модернизациялау «Демография» милли проекты буйынса 2019 йылда башланды. Үҙгәртеп ҡороу арҡаһында ҡағыҙ эше кәмеп, тағы ла бер нисә яңы уңайлыҡ төрҙәре барлыҡҡа килер, тип күҙаллана. Улар ниҙән ғибарәт? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһы.
Тирә-яҡта бөхтәлек, таҙалыҡ һәм матурлыҡ. Баш ҡаланың Калинин районы Мәшғүллек, бынан ары - Кадрҙар үҙәге хеҙмәткәрҙәре яңы шарттарҙа бер нисә аҙна ғына эшләй. Комплекслы үҙгәрештәр имиджға ғына түгел, иң мөһиме, - граждандар менән эшкә лә ҡағыла. Модернизациянан һуң, Кадрҙар үҙәгенә эшкә урынлашыуҙан тыш, субсидия, уҡыуҙар үтеү, бизнес асыу кеүек башҡа һорауҙар буйынса ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә махсус уҡыуҙар үткән.
Хеҙмәттәр киңлеге буйынса Кадрҙар үҙәге Күп функциялы үҙәктән ҡалышмай, тиһәң дә була. Өлкән йәштәгеләргә бында хатта табипҡа яҙылырға йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша белешмә алырға ла ярҙам итәләр. Үҙәктә граждандар өсөн компьютерҙар ҡуйылған. Уларҙы теләгән һәр кем иркен файҙалана ала.
Башҡа хеҙмәттәр менән бергә, Кадрҙар үҙәгенең төп бурысы - ул, әлбиттә, граждандарҙы эшкә урынлашыу булып ҡала. Ремонттан һуң, үҙәктә яңы конференция залдары булдырылған. Йәғни бында эш биреүселәр менән онлайн вакансиялар йәрминкәһе ойошторорға мөмкин. Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, һәр граждандың осрағына шәхсан иғтибар төп принципҡа әйләнгән. Илнур Шәймәрҙәновҡа, мәҫәлән, үҙәк инспекторҙары бизнес асырға ярҙам иткән.
Яңы система клиенттарҙың артабан артыуына килтерәсәк. Сөнки уларҙы ҡабул итеү ваҡыты кәмегән. Модернизация буйынса республикала 50 Кадрҙар үҙәге үҙгәртеп ҡоролған, быйыл тағы ла 18 филиал төҙөкләндерелер, тип көтөлә.
Рәзилә Ғилметдинова



