Ленинград ҡамауын өҙөүгә 81 йыл. 900 көн буйы дауам иткән блокада ил тарихындағы иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе. Тарихи дата айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ошо дәһшәтле осорҙоң тере шаһиттары менән осрашты.
Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 30 мең тирәһе Ленинград кешеһен ҡабул итә. Уларҙың күбеһе республикала төпләнеп ҡала. Осрашыуҙа улар үҙҙәре кисергән михнәттәр тураһында һөйләне, бер телем икмәккә зар-интизар булып йәшәүҙәрен иҫәк төшөрҙө. Ленинград ҡамауында меңдәрсә кешенең, шул иҫәптән балаларҙың ғүмере өҙөлдө, ти шаңлы осорҙоң шаһиттары. Көнбайыш дәүләттәре тарихи хәтерҙе юйырға, тарихты үҙгәртеп яҙырға маташһа ла был шаңлы осор бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ.
Осрашыуға килеүселәр «Ленинград балалары» тигән фильм ҡараны һәм «Блокада икмәге» тигән акцияла ҡатнашты. Ҡунаҡтарға тарихи мәғләүмәттәр яҙылған карта менән 125 грамм икәмк таратылды. Был осраҡлы түгел, Ленинград ҡамауы ваҡытында хаыҡҡа көнөнә икмәк ошондай ауырлыҡта, үлсәп кенә бирелә. Ленинград ҡамауын үтеүселәр әйтеүенсә, фашистар уларҙы ҡаланан сығармаҫҡа, бар юлдарҙы өҙөргә тырыша.



