Өфөлә бәүел ҡыуығы яман шешен лазер ярҙамында юҡ итеү ысулы үҙләштерелә

Республика клиник онкология диспансерында бәүел ҡыуығы яман шешен лазер ярҙамында юҡ итеү ысулы үҙләштерелә. Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының урология һәм андрология кафедраһы профессоры, табип-уролог, онколог Николай Сорокин дауалау учреждениеһы белгестәренә медицина ҡорамалы менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. 

Билдәле булыуынса, был төр әмәлиәт теүәллеге менән айырыла, дауалау сифаты юғары баһалана. Аҙ йәрәхәттәр ҡалдырыуға бәйле пациенттың реабилитация ваҡыты ла күпкә ҡыҫҡара, еңел үтә. Яҡын арала Башҡортостандағы дауалау учреждениеһында урология буйынса лазер-аппарат онкология ауырыуҙарын дауалау һәм диагностика уҙғарыуҙа даими ҡулланыла башлаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ