Баймаҡта «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы сиктәрендә 27-се спартакиаданың финал уйындары бара

Иң яҡшы команда исеменә ярыштарҙа Баймаҡ, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Мәләүез, Бөрө, Учалы һәм Сибай командаларының егет-ҡыҙҙары көс һынаша. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республиканың ун көслө үҫмерҙәр командаһына мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының киләһе этабында кемдәр төбәк исеменән сығыш яһау хоҡуғын аласағын ғына билдәләргә кәрәк. Зона этаптарындағы еңеүселәрҙе Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов сәләмләне.

«Баһадир» физкультура һауыҡтырыу комплексындағы ярышта туп бер уйынсынан икенсеһенә йәшен тиҙлегендә оса. Барыһына ла бер бурыс - дәғүәсегә мәрәй индереү һәм үҙ ҡулсаһын һаҡлау.

Бәйге көйәрмәндәре лә һәр уйынды ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ә ярыш иһә бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Финал уйындарының еңеүселәре Башҡортостан исеменән Волга буйы федераль округында үтәсәк уйындарҙа ҡатнашасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ