Тәртип һаҡсылары 28 хәбәр ҡабул иткән. Салауат ҡалаһында 60 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен Пенсия фонды хеҙмәткәре итеп танытҡан. Иҫәпкә алынмаған хеҙмәт ваҡытын теркәү өсөн смс-код һандарын әйтергә күндергән. Ошонан һуң уға йәнәһе лә банктан шылтыратҡандар. Ир исеменә кредит алырға маташыуҙары аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ генә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында хәбәр иткәндәр. Мутлашыусы тоҙағына эләккән кеше ике миллион ярымын, уға ҡушып 450 мең һум кредит аҡсаһын әйтелгән иҫәпкә күсергән.




