Учалы районындағы Вознесенка ҡорамы дәүләт тарафынан һаҡлана

Мәҙәни мираҫ объекты сиктәре билдәләнде. Ошо турала документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Вознесенка ауылында таш ҡорам 1890 йылда төҙөлә башлай. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ул ябыла, бында ат һарайы, ауыл хужалығы келәте урынлаша. 90-сы йылдарҙа ҡорам йәнә ғәҙәттәгесә ҡулланыла башлай. Хәҙер бында капиталь төҙөлөш, ер, мелиорация эштәре алып барыу  тыйылды.

Фото №1 - Учалы районындағы Вознесенка ҡорамы дәүләт тарафынан һаҡлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ