Ҡала балалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яҙылған хат конвертына шоколад һала. Был акция мәктәптәрҙә генә түгел, балалар баҡсаларында ла үтә. Һалдаттарға ҡыуаныс булһа, ҡыҙҙар һәм малайҙар бәләкәйҙән патриотик тәрбиә ала, ти ойоштороусылар. Үҙенсәлекле хаттар ҡаланың Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында туплана, артабан фронтҡа оҙатыла. Уҡыусылар посылкалар туплауҙа ла ҡатнаша. “Хеҙмәт дәресендә әҙерләнгән һалма, башҡа аҙыҡ-түлек ҡаптарға тултырыла. Һәр Ватан һаҡсыһына бетеү һалына”, - ти Туймазы ҡалаһының 4-се урта мәктәбе директоры урынбаҫары Резедә Ғирфанова.
Ҡала халҡы һалдаттарға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, йылы кейемдәр тапшыра. Ирекмән Әлфиә Әбделмәнова:




