Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына дәүләт наградаһы бирелде

Учреждение Рәсәй хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. “Был бүләк йыл һайын тапшырыла. Беҙҙең дауахананың мәртәбәле премия алыуы медицина учреждениеларында сифат менеджменты системаһын индереү буйынса комплекслы эш һөҙөмтәһе булып тора”, - тип яҙған Радий Хәбиров. Республика дауаханаһында 2 меңдән ашыу медицина белгесе эшләй. Стационарҙа йыл һайын 31 мең самаһы пациент дауалана. Поликлиникаға 217 мең кеше мөрәжәғәт итә. Табиптар райондарҙа ҡабул итеү уҙғара, телемедицина консультациялары үткәрә. “Башҡортостан халҡы исеменән дауахана коллективын юғары награда менән ҡотлайым! Беҙ учреждениеның матди нигеҙен нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Дауахана янында яңы поликлиника төҙөлә. Уны киләһе йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ”, - тип белдергән Башҡортостан етәксеһе.

Фото №1 - Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына дәүләт наградаһы бирелде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ