Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә, тип белдерелде "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Иң ҙур объекттарҙың береһе - Сибай-Аҡъяр юлы. Быйыл бында 36 километрҙа эштәр ҡаралған. Шулай уҡ Яңауыл менән Үрге Тәтешле араһында - 10 километр, Благовещен районында - 9, Хәйбулла районында - 7, Бөрйән районында 5 километр яңыртыла. Республикала үтә насар юлдар халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса билдәләнә. Был программа Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.




