Радий Хәбиров «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган менән осрашты


Беҙҙең өсөн Башҡортостан - үҙебеҙҙең төбәк. Беҙ был хаҡта бер ҡасан да онотмайбыҙ. «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган ошо турала белдерҙе.

Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ул яҡтар араһында стратегик партнерлыҡ тураһында мөҙҙәтһеҙ килешеү барлығын, уның төп маҡсаттар менән даими тулыландырылып тороуын билдәләне. Фекер алышыуҙа мөһим социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән «Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары» программаһы ла тикшерелде. Радий Хәбиров төбәктең финанс ойошмаһы менән хеҙмәттәшлеге мөһимлеген билдәләне. Яҡтар шулай уҡ «Уралсиб» банкының мутлашыуҙарҙы иҫкәртеүҙә һәм хәйриә проекттарында ҡатнашыу һорауҙарын да күтәрҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ