Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды


Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Указға ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. «Был премия ойошмалар күрһәткән хеҙмәттәр сифаты һәм хәүефһеҙлеге, ҡаҙаныштары өсөн йылына бер тапҡыр тапшырыла. Беҙҙең дауахана премияға лайыҡ булыуы медицина учреждениеларында менеджмент сифатын яҡшыртыу буйынса комплекслы эш алып барылыуын иҫбатлай. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ысынлап та, республиканың иң яҡшы медицина учреждениеларының береһе. Бында күп төрлө медицина хеҙмәттәре - план буйынса тикшереү, ашығыс һәм махсус ярҙам ойошторолған. Табиптар уникаль операциялар эшләй. Клиникала 2 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Йыл һайын поликлиникаға 217 мең кеше мөрәжәғәт итә, 31 мең пациент стационар бүлектә дауалана. Клиника табиптары Башҡортостан ауылдарына барып граждандарға медицина ярҙамын күрһәтә, телемедицина аша консультациялар ойоштора. Дауахана коллективын ысын күңелдән юғары һәм лайыҡлы награда менән ҡотлайым! Табиптарға уңыштар, пациенттарға һаулыҡ теләйем. Клиниканың матди-техник базаһын яҡшыртыу йүнәлешендә эш дауам итә, уның эргәһендә поликлиника төҙөлә. Бинаның түшәме әҙер, объект матур буласаҡ. Киләһе йылға поликлиника файҙаланыуға тапшырылар тип өмөтләнәм», - тип белдергән Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ