Хәрбиҙәр һәм гуманитар колонналар өсөн юлдарҙы минанан таҙартыу, биләмәне тыныс тормош өсөн әҙерләү. Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә. Киләһе сюжет ошондай инженер-штурмлау подразделениеларҙың береһенең командирына арналған. Һалдатты өйөндә ғаиләһе түҙемһеҙләнеп көтә.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үк 8 йәшлек Яна атаһына һүрәтен тапшыра алмаясаҡ. Ғаилә башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәй. Отпускыға март аҙағында ҡайтырға тейеш. Яугирҙы балалары, ҡатыны һәм әсәһе түҙемһеҙләнеп көтә.
«Улар бер тапҡыр ғына хаталана». Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ барлыҡҡа килгән әйтем саперҙарға арналған. Рөстәм Рәхимов та яу яланын миналарҙан таҙартыу менән шөғөлләнә. Әле ул Донецк халыҡ республикаһы биләмәһендә инженер-штурмлау взводы командиры вазифаһында хеҙмәт итә.
Хәрби юлын ул осраҡлы һайламай. Ғаиләһе менән хәрби ҡаласыҡта йәшәгәнгә күрә, һалдат булыу уның хыялына әүерелә. Сапер булып 20 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ҡыҙыу нөктәләрҙе үтә. «Башҡорт» ҡушаматын алып, махсус хәрби операцияға 3 йыл элек ҡушыла.
Әле командир һалдаттары менән бергә Авдеевка йүнәлешендә хеҙмәт итә. Гуманитар колонналар, һалдаттар өсөн юлдарҙы миналарҙан таҙарта. Шул арала яугирҙы өйҙә уны яратҡан ғаиләһе көтә. Һәммәһенең теләге бер.
Рәзилә Ғилметдинова



