«Беҙ еңербеҙ... Бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың ошондай юлдар менән яҙылған һуңғы хаты 83 йылдан һуң дәүләт һаҡлауына алынды. Туғандары теләге буйынса ул «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ижади төркөмө ярҙамында Республика Хәрби дан музейына тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Һарғайған ҡағыҙ биттәрендә әсәһенә һәм туғандарына һуңғы сәләм хаты... Саҡмағоштан Сәлихйән Кайбышев уны окопта теҙгә ҡуйып яҙыуын да билдәләп үткән. 1942 йылдың 19 мартында Калинин өлкәһе, әлеге Тверь яҡтарынан килгән был хат. Әммә яҡындарына ҡайғылы хәбәр алдараҡ барып етә, һалдат үҙе хат яҙғандан һуң фронт һыҙығында өс көндән һуң ҡаһармандарса һәләк була. Бөгөн яҡындары һорауы буйынса беҙ был хатты Республика Хәрби дан музейына тапшырырға килдек.
«Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ижади төркөмө өсөн был үтә лә яуаплы бурыс булды. Хаттың эстәлеген, унда яҙылған һәр һүҙҙе күңелебеҙ аша үткәреп, башҡорт һәм рус телдәрендә залда йыйылған йәш һәм өлкән быуынға еткерҙек, фронттан килгән хат тураһында эфирға сыҡҡан репортаждар ҙа күрһәтелде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына ҡараған уникаль артефакт изге Ҡөрьән китабында оҙаҡ йылдар һаҡланған булған. Уны яугирҙың әсәһе аманат итеп балаларына ҡалдырған.
Яҡындары бөгөн дә Сәлихйән Кайбышев тураһында мәғлүмәт йыйыу эшен әүҙем алып бара. 2015 йылда Мөнирә Байгилдина Тверь өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә лә булып ҡайтҡан. Хатҡа килгәндә, ул дәүләт һаҡлауына алынды. Экспонат музей стеналарында барлыҡ талаптар буйынса ҡәҙерләп һаҡланасаҡ.
Бөгөн Республика хәрби дан музейында 15 меңдән ашыу экспонат һаҡлана, улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронт һыҙығынан килгән хаттар ҙа күп. Уларҙа - яугирҙарҙың күңел кисерештәре, Еңеүгә ышаныстары, ҡаҡшамаҫ рухлы булыуҙары ярылып ята. Бөгөн дә махсус хәрби операцияла хәрбиҙәр ил мәнфәғәттәрен яҡлап, ҡаһармандарса көрәш алып бара. Яугирҙар туғандары менән бөгөн телефон аша даими бәйләнештә. «Хаттар һирәк яҙыла»- ти «Бабай» ҡушаматлы яугир.
Шулай ҙа бөгөн алғы һыҙыҡҡа тылдан хаттар күпләп килә. Үҫеп килгән быуын - мәктәп уҡыусылары изге теләктәр юллап, һүрәттәр, открыткалар ебәрә. Хәрбиҙәрҙең рухын күтәрә. 1942 йылдың 19 мартында 20 йәшлек кенә яугир егет яҙған юлдар ҙа Еңеүгә оло ышаныс менән тулы. Еңеүселәр быуыны тураһында хәтер мәңгелек.
Гөлназ Хәйбуллина



