Ултырышта Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән хәйриәселәр ҡатнашты. Союз ағзалары төрлө йүнәлештәр буйынса эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай ҙа төп иғтибар Ватан һағында торған яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.
«Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы» гуманитар йөк формалаштырыу һәм уларҙы фронтҡа оҙатыу менән әүҙем шөғөлләнә. Сара сиктәрендә ойошманың иң әүҙем ағзаларын бүләкләү тантанаһы ла үтте, улар хәйриә башланғыстарын тормошҡа ашырыуға һәм мохтаждарға ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерә.



