«Салауат Юлаев» клубы лидеры Джошуа Ливоның йәрәхәтләнеүе ихтимал


Һәр хәлдә иртәгә «Авангард» менән уйында яҡташыбыҙ боҙға сыҡмай. Бөгөн легионер өҫтәмә медицина тикшереүе үтеү өсөн ваҡытынан алда Өфөгә ҡайтҡан. Күңелһеҙ ваҡиға Ҡазанда уҙған кисәге осрашыуҙа теркәлгәйне. «Аҡ Барс» һаҡсыһы Алексей Марченко икенсе осор аҙағында терһәге менән Джошуаның битенә һуғыла. Ҡаты бәрелеүҙән юлаевсының мейеһе һелкенә. Әммә был әлегә аныҡ диагноз түгел. Хәҙер уның Континенталь хоккей лигаһының йондоҙҙар матчында ла ҡатнашыуы икеле. Был уйын 8-9 февралдә Новосибирскиҙа үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Джошуа Ливо быйылғы миҙгелдә 39 шайба менән КХЛ-дың иң яҡшы бомбардиры булып тора. Юлаевсылар легионерына рекордсмен Сергей Мозякинды ҡыуып етер өсөн тағы ла 9 гол индерергә ҡалды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ