Өфөлә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ултырыштары старт алды


Йыл йомғаҡтарын барлап, алға маҡсаттар ҡуйып. Өфөлә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ултырыштары старт алды. Тәүге эшлекле әңгәмә әзербайжан халҡы диаспораһын йыйҙы. Төркөм рәсми рәүештә төбәктә 2002 йылдан эшләп килә. Баш ҡалала Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге лә ойошторолған.

Йәмәғәтселәр иммигранттарға гражданлыҡ хоҡуғын юллау, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтә, республикала ойошторолған төрлө дини һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Иң төп маҡсат, әлбиттә, - халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итеү. Был турала Ассамблея ултырышында ла белдерелде. Бынан тыш, әзербайжан диаспораһының махсус хәрби операцияға ярҙамы тураһында ла билдәләнде. Ойошма фронтҡа гуманитар ылауҙар туплап ебәрә, яҡташ һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ