Өфөлә “Шыршыны – тапсыҡтарға” акцияһы барышында 2 мең төп ылыҫлы ағас йыйылған

Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр. Яңы йыл ағастарын утилләштереүгә килтергән кешеләргә мандарин таратылған. Акцияға ҡушылыусылар 110 килограмм емеш ашаған. Йыйылған шыршылар эшкәртелә. Ағас онтағы төҙөлөштә һәм мебель етештереүҙә ҡулланыла. Экологик акция 2019 йылдан башлап уҙғарыла. Ул ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе популярлаштырырға тейеш, ти ойоштороусылар.  

Фото №1 - Өфөлә “Шыршыны – тапсыҡтарға” акцияһы барышында 2 мең төп ылыҫлы ағас йыйылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ