Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн ғаризаны 1 февралгә тиклем тапшырырға мөмкин


Өфөлә төбәктең Мәғариф һәм фән министры рәйеслегендә сығарылыш класс уҡыусыларының иң мөһим һынауын ойоштороуға арналған матбуғат-конференция үтте. Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, быйыл имтиханды тапшырыу тәртибендә ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ. Бер предмет буйынса имтиханды ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге һаҡлана. Бынан тыш, юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан өс түгел, ә дүрт имтихан талап итеүе ихтимал.


Был аҙнала Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырыу ваҡыты тамамлана. Сығарылыш класс уҡыусыларына был турала онотора ярамай, сөнки һуңынан ғаризалар тик ауырыу, командировка йәки ярыштар кеүек аҡларлыҡ сәбәптәр буйынса ғына ҡабул ителә. Быны ла рәсми рәүештә иҫбат итергә кәрәк буласаҡ.

Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Республикала уҡыусылар дәүләт имтихандарына әүҙем һәм етди әҙерләнә. Үҫмерҙәргә тыныс һәм ышаныслы булһын өсөн, улар менән психологтар эшләй. Уҡыусылар имтиханда буласаҡ күнегеүҙәргә оҡшаш мәсьәләләрҙе дәрестәрҙә эшләй, күптәр тапшырасаҡ фәндәрҙе билдәләп өлгөргән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ