Туймазы районының Төмәнәк ауылында «Локатор» ҡушаматлы яугир һәм уның кәләше Әҙиләнең никах тантанаһы үтте.
«Локатор» ҡушаматлы яугир 22 йәштә. Алғы һыҙыҡҡа 2022 йылда, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң, контракт буйынса юлланған. Артиллерия ғәскәрҙәрендә ул наводчик булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияла батырлығы өсөн «Георгий тәреһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускта өсөнсө тапҡыр, тыуған яғына ошо ҡайтыуында никах тантанаһын уҙғарырға ҡарар иткән. Яугир буласаҡ кәләше, Шаран районының Күгәрсен-Бүләк ауылы ҡыҙы Әҙилә менән интернет селтәрендә танышҡан. Йәштәр тәүҙә хат алышҡан, телефон аша аралашҡан, ә осрашҡандан һуң өйләнешергә хәл иткән. Әҙиләнең ағаһы «Шайба» ҡушаматлы яугир ҙа әле махсус хәрби операцияла. Йәш парҙы ғүмер байрамы менән туғандары, яҡындары, Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин ҡотланы. Булат Мирзалиф улы яугир менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам алып барғанда танышҡан. Тап шул ваҡытта «Локатор» хакимиәт башлығын үҙҙәренең никах тантанаһына саҡырған.



