Көндәрҙең ғәҙәттәгенән йылы тороуы юлдарҙың таушалыуына килтерә


Был осорҙа транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт көсөргәнешле режимда эшләй. Инспекторҙар юлдарҙа йөк машиналары, махсус техниканың ауырлығын тикшерә.

Һауа температураһы көндөҙ йылы, төнгө сәғәттәрҙә һыуыҡ торғанда асфальттың ярылыуы билдәле. Ауыр техника был күренеште киҫкенләштерә генә. Йөк автомобилдәре водителдәре юғары килем артынан ҡыуып арттырып тейәргә лә тартынмай. Ундайҙарҙы юлдарҙың торошо ҡыҙыҡһындырмай, ти инспекторҙар. Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре күсереп йөрөтмәле үлсәүҙәр урынлаштырып, юлдарҙағы тәртипһеҙлек менән көрәшә.


Беҙҙең күҙ өйрәнеп бөткән. Тәү сиратта бортҡа иғтибар итәбеҙ. Әгәр тейәлгән йөк өйөлөп күренеп тора, автомобиль ауыр бара икән, туҡтатып тикшерәбеҙ. Йөк күберәк тойолһа, үлсәү аша үткәрәбеҙ. Бер күсәргә тәғәйен ауырлыҡтан артып киткән осраҡта административ эш ҡуҙғатабыҙ.

Азат Мырҙаханов, автомобилдәрҙә йөк ташыу контроленең Башҡортостан буйынса төбәк бүлеге өлкән дәүләт инспекторы

Инспекторҙар яғыулыҡ ташыусы машиналарҙы ла иғтибарҙа тота. Хәүефле йөк ташыусы водителдәр Ространснадзор хеҙмәтенән лицензия ала. Йыш ҡына мөҙҙәте сыҡҡан документтар менән йөрөүселәр ҙә осрай. Был етешһеҙлектәр өсөн ҡаралған штрафтарҙың артыуы юлдарҙа тәртип урынлаштырыуға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй инспекторҙар.


Былтыр штраф күләме кәм тигәндә 250 мең һум булһа, быйыл иһә улар бермә-бер артты. Хәҙер ҡағиҙә боҙоусылар 370 меңдән алып 600 мең һумға тиклем түләйәсәк. Үткән аҙнала йөк автомобилдәре күпләп йөрөгән Ҡырмыҫҡалы районында эшләнек. Ауырлыҡты арттырған өсөн 15 ҡарар сығарҙыҡ. Яуаплы кешеләргә штраф һалынасаҡ.

Андрей Яковлев, автомобилдәрҙә йөк ташыу контроленең Башҡортостан буйынса төбәк бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ