Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән


Күреү һәләтен яҡшыртып. «Шәкәр диабеты менән көрәш» федераль проекты буйынса Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты яңы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Башҡортостан белгестәре яңы хирургик алымдар үҙләштереп, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре офтальмология үҙәктәренә тәжрибә уртаҡлаша. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы

Операция өҫтәлендә катарактанан яфаланған өлкән йәштәге ир. Тиҙҙән ул донъяны сағыу төҫтәрҙә күрәсәк. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында пациенттарға заманса ҡорамалдар ярҙамында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Медицина учреждениеһы стационарында тәүлек әйләнәһенә өс йөҙгә яҡын пациент дауалау курсы үтә, уларҙың алтмышы микрохирургия бүлексәһендә. Хирургик дауалауҙа булыусылар араһында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре вәкилдәре лә күп.

Катаракта киң таралған күҙ ауырыуы һанала. Уны хирургик юл менән дауалау яҡынса илле минут дауам итә. Статистика буйынса төбәктә йылына егерме меңгә яҡын ошондай операция уҙғарыла. Табип-офтальмолог Илдар Нуриев республика ҡалаларында командировкаларҙа булып та, ауыр хәлдәге пациенттар менән эшләй. Шул уҡ ваҡытта яңыраҡ ул Башҡортостандан ситтә лә табиптарға тәжрибә уртаҡлашҡан.

Башҡортостан менән Алтай офтальмология үҙәктәре араһында хеҙмәттәшлек дауам итәсәк. Сит төбәк табиптарын күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса яңы технологияларға өйрәтеү маҡсаты ҡуйылған, сифатлы медицина ярҙамына ихтыяж юғары.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ