Өфөлә «Бетеү» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы күрһәтелде

Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Бетеү» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмы күрһәтелде. Кинокартина буйынса фекер алышыуҙа студенттар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Фильм режиссеры һәм идея авторы - Руслан Юлтаев.

«Бетеү» нигеҙендә ысын ваҡиғалар ята. Сюжетҡа ярашлы, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән ҡушылырға теләгән ейәнен өләсәһе туҡтатырға тырыша. Бетеүен тартып ала. Хатаһын аңлағас, уны ҡайтарыу юлдарын эҙләй. Фильмда яугирҙарға гуманитар ярҙам туплаған тыл ирекмәндәре хеҙмәте һүрәтләнгән. Кинотаҫма былтыр Ишембай районында төшөрөлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ