Өфөлә Флорид Бүләков иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте


Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республика театрҙары коллективтары, Флорид Миңлемулла улының яҡындары һәм уның ижадын һөйөүселәр йыйылды. Хәтер кисәһенең художество өлөшө Флорид Бүләковтың «Драматург көндәлеге» яҙмаларына ҡоролдо. Унда яҙыусының әҫәрҙәренән төрлө өҙөктәр сәхәнәләштерелде.

Күренекле драматургтың пьесалары илебеҙҙең 150-нән ашыу театрында сәхнәләштерелгән. «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме…», «Шайморатов генерал», «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», «Бибинур, ах, Бибинур!..» спектаклдәре, «Ай ҡыҙы», «Арҡайым сере», «Әбейҙәр сыуағы» фильмдары меңәрләгән тамашасының һөйөүен яуланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ