Башҡортостан яугиры икенсе тапҡыр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһынан “Грач” ҡушаматлы яугир 2023 йылдың июнендә контрактҡа ҡул ҡуя. Фронтта разведчик була. Алғы һыҙыҡта яралана. Әле ул реабилитация үтә. Унан һуң йәнә иптәштәре янына китергә ниәтләй.  “Беҙҙең эш хәүефле, әммә үтә лә мөһим һәм кәрәкле. Мин Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем”, - тип белдергән Грач. Яугир махсус операцияла күрһәткән батырлығы өсөн Жуков һәм “Хәрби дан” миҙалдары менән бүләкләнгән. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ниәтләгән ир-егеттәр Ситуация үҙәгенә шылтырата ала. Элемтә телефоны: 122.

Фото №1 - Башҡортостан яугиры икенсе тапҡыр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ