Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, район һәм ҡалаларҙа ташҡынға әҙерлек күнекмәләре уҙғарыла, техника төҙөклөгө тикшерелә. “Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл яҙ тыныс булыуы көтәлә. Әммә беҙ төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ”, тип белдерҙе Кирилл Первов.




