Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ултырышында 40-тан ашыу ҡануни документ ҡаралды


Дәүләт шәхси партнерлығы системаһын сәнәғәт тармағында ҡулланыу, һәләтле балалар өсөн махсус спорт үҙәктәре, ҡануни башланғыстар. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 40-тан ашыу ҡануни документ ҡаралды. Депутаттар Башҡортостандың физик культура һәм спорт министры Руслан Хәбибовты Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү өсөн тауыш бирҙе, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаның отчет доклады буйынса фекер алышты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Халыҡҡа көндәлек тормошта хеҙмәт иткән социаль объекттар һуңғы йылдарҙа дәүләт программалары иҫәбенә генә түгел, шәхси патнерлыҡ нигеҙендә лә сафҡа индерелә. Хәҙер был системаны сәнәғәт объектары-заводтар, предприятиелар төҙөү өсөн дә ҡулланыу мөмкинлеге ҡарала. Быны федераль закон нигеҙендә тормошҡа ашырырға мөмкин, ә йәмәғәт партнеры булып Рәсәй Федерацияһы сығыш яһай ала. Тик инвестициялар күләме 10 миллиард һумдан артыҡ булырға тейеш. Яңы закон проекты дәүләт-шәхси партнерлығы системаһын камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Парламент эшмәкәрлегендә социаль йүнәлеш айырым урын биләй. Был юлы ла депутаттар инвалидтар тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтелгән ҡануни документты тикшерҙе. Ул юридик ярҙам күҙәтеү буйынса.

Физик культура һәм спорт тураһындағы закон проектына ла үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә. Уға ярашлы балаларҙы бәләкәй саҡтан спортҡа йәлеп итеү өсөн махсус үҙәктәр асыу планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм Ишембай «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» статусына эйә булды. Юғары исемгә белореттар ҙа дәғүә итә. Депутаттары был башланғысты хупланы.

Депутаттар шулай уҡ ветеринария дарыуҙарын етештереүселәргә ташламлы кредит системаһын индереү, нотариустар эшмәкрлеге, күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе буйынса закон проекттарын ҡараны.

Ултырышта 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Депутаттар алдында сенатор Олег Голов сығыш яһаны. Ул үҙ докладында Республикаға инвестициялар йәлеп итеү һәм моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлек тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 6 моноҡала иҫәпләнә. 2016 йылдан был муниципаль берәмектәрҙә йылдам үҫеш биләмәһе программаһы эшләй, яңы үҫеш мөмкинлектәре барлана. Улар урында һалым, ҡуртым ташламалары ҡулланып инвесторҙар йәлеп итеүҙе, эш урындары асыуҙы күҙ уңында тота.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ