Миәкә районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мөҙәрис Булатов Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында хәрби-илһөйәрлек музейын ойошторған. Экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышынан алып хәҙерге заман хәрби ҡоралдарына тиклемге экспонаттар менән танышырға мөмкин.
Улар ҡыҫҡаса белешмә һәм фотолар менән бергә тәҡдим ителә. Музейҙы тулыландырыуға урындағы халыҡ та үҙ өлөшөн индерә. Замандашыбыҙ шулай уҡ төбәктә эҙәрмәндәр отрядын да етәкләй. Тик ул әлегә махсус хәрби операцияға бәйле, ваҡытлыса туҡтатылған. Шуға ҡарамаҫтан, Мөҙәрис Булатов хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә ауыл мәктәптәрендә патриотик тәрбиәгә арналған асыҡ дәрестәр ҙә уҙғара. Шулай уҡ яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.



