Ғинуарҙың һуңғы көнөндә Өфөнөң 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси күргәҙмәһе тамамлана.
«Акварелгә тоғролоҡ» тип аталған экспозиция былтыр йыл аҙағында асылғайны. Унда авторҙың төрлө жанрҙарҙа башҡарылған урта форматтағы эштәре - пейзаж, натюрморт, бихисап пленЭрҙар һөҙөмтәһендә ижад ителгән картиналары урын алды. Юғары зауыҡ менән ойошторолған сағыу төҫтәрҙәге күргәҙмә тәү сиратта һынлы сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаусы уҡыусыларға тәғәйенләнде. Ай дауамында малай-ҡыҙҙар халыҡ рәссамының ижади алымдары, акварель сәнғәте үҙенсәлектәре менән яҡындан танышты һәм файҙалы мәғлүмәт тупланы.



