Башҡортостанда төрлө дин вәкилдәре оҙаҡ йылдар татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәй. Был дуҫлыҡты диндарҙарҙың әүҙем эшмәкәрлеге лә нығыта. Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар менән осрашыуҙа дин әһелдәренең йәмғиәттәге ролен юғары баһаланы. Унда шулай уҡ Өфөләге йәһүд берлеге һәм Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский башланғысы менән тормошҡа ашырылған хәйриә проекттарын артабан дауам итеү юлдары барланды.




