Өфөлә «Үҙенсәлекле балалар үҙәге» төҙөлә. Социаль объектҡа нигеҙ ташы бөгөн тантаналы шарттарҙа һалынды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар ҡатнашты.
Йәһүд милли-мәҙәни ойошмаһы менән синагога янында урынлашасаҡ үҙәк үҙенсәлекле балаларҙың ижади, спорт һәләттәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү буйынса махсуслашасаҡ. Бында төрлө түңәрәктәр асыу, дауалау өсөн шарттар тыуҙырыу ҡарала. Үҙәк бик кәрәкле, әлеге ваҡытта республикала 20 мең тирәһе үҙенсәлекле бала иҫәпләнә, тине Радий Хәбиров. Һәм был башланғысты Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский тәҡдим итеүен билдәләне.
Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн төҙөләсәк үҙәк ошо йүнәлеш буйынса махсуслашҡан тәүге учреждение түгел. 2019 йылда баш ҡалала өлкән йәштәгеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн «Шалом» йорт-пансионаты асылғайны. Ул Башҡортостандың «Роснефть» компанияһы менән хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы «Башнефть»тең финаслауы ярҙамында төҙөлгән. Йорт-пансионат 5 мең квадрат метрға яҡын майҙанды биләй, бында оло йәштәгеләр үҙҙәрен өйҙәге һымаҡ тойһон, бәхетле ҡартлыҡ кисерһен өсөн тулы уңайлыҡтар тыуҙырылған. Социаль учреждение 100-ҙән ашыу кешегә иҫәпләнгән, бында яратҡан шөғөлдәрең менән булырға ла, һаулыҡты ла нығытырға мөмкин.



