Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарының һөҙөмтәле эшен билдәләне


Тәүлек эсендә республикала йәшәүселәр мутлашыусыларға 31 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Мәғлүмәт технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәттәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү - полиция өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ ойошторолған, хоҡуҡ һаҡсылары көн һайын граждандарға иҫкәртеү саралары уҙғара. Дөйөм алғанда, төбәктә енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы буйынса иң түбәндәренең береһе һанала. Был турала ведомствоның коллегия ултырышында билдәләнде. Ултырышта йыллыҡ оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарының һөҙөмтәле эшен билдәләп, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Былтыр хоҡуҡ һағындағылар ун меңгә яҡын сараны уҙғарыуҙа, шул иҫәптән Рәсәй президентын һайлау һәм Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы барышында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән. Коллегия ултырышында министрлыҡ менән һөҙөмтәле эшләгән район-ҡала хакимиәттәре лә айырым билдәләнде.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ