Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Бай тарихлы медицина учреждениеһы Башҡортостандың иң ҙур дауаханаһы иҫәпләнә. Йыл һайын бында 240 мең кеше мөрәжәғәт итә. Клиника табиптары Башҡортостан ауылдарына барып граждандарға медицина ярҙамы күрһәтә, тармаҡ белгестәрен әҙерләү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып бара. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында заманса ысул менән ҡан күҙәнәктәре тикшерелә. Анализдарҙың сифатлы һөҙөмтәләрен белгестәр «Промед» программаһы аша Башҡортостан райондары дауаханаларына ебәрә. Пациенттар Өфөгә килеп тормайынса, лаборатор тикшереүҙәр менән урындағы табиптарҙа дауалана ала. Клиниканың лабораторияһында анализдарҙың бөтә төрҙәре лә эшләнә
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Юғары награда ойошмалар күрһәткән хеҙмәт сифаты һәм хәүефһеҙлеге, ҡаҙаныштары өсөн йылына бер тапҡыр тапшырыла. Бында 2 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Йыл һайын поликлиникаға 240 мең кеше мөрәжәғәт итә. Матди-техник базаны яңыртыу эше йылдам алып барыла - яңы МРТ аппараты, ангиограф медицина хеҙмәттәрен тағы ла яҡшыраҡ ойошторорға ярҙам итә.
Клиника табиптары Башҡортостан ауылдарына барып граждандарға медицина ярҙамын күрһәтә, телемедицина аша консультациялар ойоштора. Киләһе йылға бай тарихлы учреждение 150 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Иҫтәлекле дата йылында клиника эргәһендә төҙөлгән поликлиника асылыр тип көтөлә.
Флорида Ким



