Һуңғы ике йылда республика лагерҙарында заманса 11 модуль барлыҡҡа килгән


Улар тиҙ, 4-5 айҙа төҙөлөүе менән айырыла. Проект федераль бюджеттан финанслана. Сираттағы ошондай корпусты асыу тантанаһы Өфөләге «Аҡсарлаҡ» лагерында уҙҙы. Сараға онлайн бәйләнеш аша Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушылды. Башҡортостан лагерҙарҙа тиҙ төҙөлә торған модулдәр булдырыу проектына тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Уның буйынса төбәктә быйыл - ике, киләһе йылға тағы ошондай дүрт заманса корпус булдырыу ҡаралған.

«Аҡсарлаҡ» лагерында тиҙ ҡоролған ошондай ике корпус бар. Беренсеһе былтыр төҙөлгән. Улар 49-шар урынға иҫәпләнгән. Заманса уңайлы модулдәр Стәрлебаш, Шишмә һәм Илеш райондары лагерҙарында ла бар. «Аҡсарлаҡ» әле ял көндәрендә балалар ҡабул итә. Йәйге сменалар 1 июндә башлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ