Башҡортостанда 200-ҙән ашыу юл буйы сервис проекты тормошҡа ашырыла

Инвестиция күләме 12 миллиард һумға баһалана. Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, компанияларға ер участкаһы сауҙаһыҙ ҡуртымға бирелә, шулай уҡ һалым ташламалары ҡарала.

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу юл буйы сервис проекты тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда юл буйы сервисы объекттарында кафе, ҡунаҡхана, магазин, дарыуханалар булдырыла. Ул оҙон юлға сығыусыларға  уңайлы шарттар тыуҙыра.  Хәбәрсебеҙ Илнар Әхмәтгәрәев яҙмаһы.

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу юл буйы сервис проекты тормошҡа ашырыла

Өфө районы Михайловка ауылындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияһында кафе, магазин урынлашҡан. Оҙон юлға сығыусыларға күп төрлө продукция тәҡдим ителә. Инвестиция проектына ярашлы, бында 30 яңы эш урыны булдырылған. Станция операторы Гөлнара Мөхитдинова һөйләй.

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу юл буйы сервис проекты тормошҡа ашырыла

 “Юл буйы сервисы  - иҡтисадтың мөһим өлөшө”, тигән фекерҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.  

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу юл буйы сервис проекты тормошҡа ашырыла
Выборы 2026

Республикала берҙәм стилдә төҙөлгән юл буйы сервисы объекттары илдә иң яҡшы тәжрибә тип табылған. Һуңғы 4 йыл эсендә 1 меңдән ашыу объект төҙөкләндерелгән, ошо күләмдә яңылары барлыҡҡа килгән. Тармаҡты үҫтереүҙә айырыуса, “Башнефть”, “Уфаойл” һәм “Прогресс” компаниялары хеҙмәттәшлек итә. Бөгөнгә “Башнефть” компанияһы менән яңы яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөү буйынса юл карталары әҙерләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда 200-ҙән ашыу юл буйы сервис проекты тормошҡа ашырыла
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ