Радий Хәбиров: ""Әр-Рәхим" төҙөлөп бөтәсәк"

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә "Әр Рәхим" мәсете төҙөлөшөн ҡараны. Бында эштәр 2006 йылда башланған. 2016 йылдың йәйендә төҙөлөш туҡтатылды. Уҙған йылдың апрелендә яңынан башланды. - Шәхсән үҙем өсөн - был иң ҡатмарлы төҙөлөштәрҙең береһе. Оҙаҡ ваҡыт төҙөлмәй торған объектҡа тотоноу еңел эш түгел. Төрлө проблемалар асыҡлана. Быйыл бинаның фасадында эштәр тураһында ҡарар ҡабул иттек. Киләһе йылда эске биҙәлеште башлау планлаштырыла. Аныҡ ваҡыт билдәләмәйбеҙ, әммә эш даими алып барыласаҡ, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий  Хәбиров: ""Әр-Рәхим" төҙөлөп бөтәсәк"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ