Проект менән «Инвестиция сәғәте»ндә «Феникс» компанияһы етәксеһе Евгения Машко таныштырҙы. Майҙансыҡты әҙерләүгә һәм рекреацион объекттар төҙөүгә 250 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында ер участкаһы һайланған һәм кәрәкле проект документацияһы әҙерләнгән. Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө статус бирҙе. Өфө хакимиәте шулай уҡ парк төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.
«Мобитрак» компанияһы етәксеһе Рафаэль Хәбиров Өфөлә махсуслаштырылған бизнес-трейлерҙар етештереү һәм сервис хеҙмәтләндереүе проектын тәҡдим итте. Бының өсөн инвестор 120 миллион һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Радий Хәбиров күсмә сауҙа-сервис объекттарын һатып алыуға сығымдарҙы субсидиялау мөмкинлеген анализларға ҡушты. «Инвестиция сәғәте»ндә тағы ла бер проект туҡыма һәм эшкәртелгән материалдарҙан изделиелар етештереү тәҡдим ителде. «АкиТекс» компанияһы етәксеһе директоры Степан Сарбашев билдәләүенсә, технологик комплекс 120-нән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды.



