Күптәр өсөн был иҫәп буйынса бишенсе отпуск булған. Мобилизация буйынса махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ғаиләләре, дуҫтары оҙатты. Яугирҙар «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙандан хеҙмәт урынына тиклем уңайлы шарттарҙа биш автобуста бара. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Гуманитар ылау туплауҙа тотош республика халҡы ҡатнаша.



