Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы биләмәһендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы үтте. Ошо уңайҙан фәһемле осрашыу, хәрби-патриотик концерт ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Йылды тантаналы асыуҙың тәүге өлөшөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, ата-әсәләре, туғандары «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль кординаторҙары, Баймаҡ районы хакимиәтенең юридик бүлеге мөдире, мәшғүллек үҙәгенең уҡытыу буйынса инспекторы менән осрашты. Улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды, кәңәштәр тыңланы.
Сараның икенсе өлөшөндә хәрби-патриотик концерт үтте. Ишбирҙе ауылы биләмәһенә ҡараған Йылым, Бөрйәнйылға ауылдарынан һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны.
Быйыл иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы халыҡҡа тағы ла берҙәм, әүҙем булырға өндәй. Тимәк был йүнәлешкә айырым иғтибар бүленеп, шуға ярашлы бурыстар хәл ителәсәк.
Рүзилә Ғүмәрова



