Туймазы районында браконьерҙар тарафынан тотолған ҡыҫалалар тәбиғи мөхиткә сығарылды


«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре рейд ваҡытында 45 ауға юлыҡҡан, уларға 2 меңдән ашыу йән эйәһе эләккән. Парк белгестәре билдәләүенсә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ау менән балыҡ һәм ҡыҫала тотоу тулыһынса тыйылған. Бындай сараларҙы артабан да үткәреү планлаштырыла, сөнки улар закон боҙоуҙарҙы кәметеүгә һәм уларҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. Был ил Президенты башланғысы менән ойошторолған «Экологик именлек» милли проекты бурыстарына тулыһынса тап килә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ